ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. 8 ғинуарҙа Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәҙәни йәмәғәтселеге атаҡлы композитор, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы, Глинки исемендәге РСФСР-ҙың һәм Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премиялары лауреаты, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, профессор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының тәүге ректоры – Заһир Ғарип улы Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыллыҡты билдәләй.
Уның исеме Башҡортостанда профессионал музыка сәнғәтенең барлыҡҡа килеү һәм үҫешеү символы булып тора. Заһир Исмәғилевтың ижад емештәре республика һәм Рәсәй музыка мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә.
Заһир Ғарип улы 1917 йылдың 8 ғинуарында (иҫкесә 1916 йылдың 26 декабрендә) Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Сермән ауылында, хәҙерге Белорет районында тыуған. Уның атаһы тоҡомдан килгән урман ҡырҡыусы була. Бәләкәй Заһир атаһына ярҙам итеп йыш ҡына урманға йөрөй, бала саҡтан эштең ауырлығын, тирә-яҡ донъяны һәм тәбиғәт тауыштарын белеп үҫә. Уның тәүге музыкаль тәжрибәһе башҡорттарҙың яратҡан музыка ҡоралы – ҡурай менән бәйле. Улына белем биреү теләге менән атаһы уны Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға ебәрә. Әммә оҙаҡламай бәхетле осраҡ Заһирҙың яҙмышын ҡапыл үҙгәртә. Билдәле актер Арыҫлан Мөбәрәков йәш егеттең уйнауын ишетеп уны Башҡорт драма театры эшендә ҡатнашырға саҡыра. Заһир кистәрен ҡурайсы булып театрҙа сығыш яһай башлай, ә көндөҙөн ул саҡта Өфөлә асылған музыка студияһында уҡый. Заһир Исмәғилевтың тормошонда тағы ла бер һынылыш мәл танылған башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме менән бәйле. Тап ул Заһирға П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағында яңы ғына асылған Башҡорт төркөмөнә уҡырға инергә кәңәш итә. Оҙаҡламай, 1937 йылда Заһир Исмәғилев Мәскәүҙә уҡый башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Заһир Ғарип улы Өфөлә эшләй, фронт бригадаһында концерттарҙа ҡатнаша, «Башҡорт батыры», «Герой тураһында йырҙар», «Һуңғы хат», «Шайморатов генерал» кеүек бик күп патриотик йырҙар яҙа. Студияла уҡығандан һуң, Мәскәү консерваторияһының композиторҙар факультетын тамамлай. 1958 йылдан алып Башҡорт АССР-ның Композиторҙар союзы рәйесе, һуңыраҡ – Өфө дәүләт сәнғәт институтын ойоштороп уның тәүге ректоры булып китә. Ошо уҡыу йортон егерме йыл самаһы (1968-88) етәкләй.
Заһир Исмәғилевтың ижады бик ҙур. Ул милли опера, камера-вокал, хор һәм инструменталь музыка үҫешенә тос өлөш индерә. Үҙ ижадында композитор рус музыка мәҙәниәте классиктары – Глинки, Мусоргской, Римский-Корсаков, Бородиндың традицияларын ижади үҫтерә. Заһир Исмәғилев операларҙа милли-тарихи тематикаға, башҡорттар араһынан сыҡҡан билдәле тарихи шәхестәрҙең образдарын һынландырыуға, ябай кешенең ауыр көнкүреш тормошон сағылдырыуға тартыла. Улар араһында: атаҡлы милли геройыбыҙ хаҡында бәйән итеүсе «Салауат Юлаев» тарихи-героик операһы, Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыу темаһына ҡағылған «Урал илселәре» героик-эпик операһы һәм «Ҡаһым түрә», ундағы герой 1812 йылдағы Ватан һуғышында Наполеон ғәскәренә ҡаршы ҡыйыу һуғышҡан башҡорттарҙың ғәскәр етәксеһе. «Аҡмулла» операһы үҙәгендә – ХIХ быуат бөйөк башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе образы. Уның лирик-драма әҫәрҙәре «Шәүрә», «Ағиҙел тулҡындары» опералары, «Ҡоҙаса», «Алмаҡай» көнкүреш музыкаль комедиялары лайыҡлы билдәлелек менән ҡуллана. Композитор милли хор кантатаһы, ораторияһы һәм симфоник музыкаһы жанрҙары үҫешенә тос өлөш индерә. Ул өс йөҙҙән ашыу йыр һәм романс яҙған. Заһир Исмәғилев рус романс һәм көнкүреш йыр йолаларын үҫтереүсе алдынғы композитор-оҫталарының береһе була. Композиторҙың әҫәрҙәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Болгарияла, Ҡытайҙа, Румынияла, Төньяҡ Кореяла, Югославияла, Эфиопияла) башҡарыла, «Мелодия» бөтә-союз фирмаһы грампластинкаларында даими яҙыла, Рәсәй, Башҡортостан радиолары һәм телевидениелары фонд яҙмаларында бар.
Уңышлы ижадын Заһир Исмәғилев күп яҡлы йәмәғәт эшмкәрлеге менән бергә алып бара, ул Башҡорт АССР-ның Юғары Совет депутаты сифатында бер төркөм саҡырылышта эшләй. 1963-1975 йылдарҙа Исмәғилев БАССР-ҙың Юғары Советы Рәйесе итеп һайлана.
Хеҙмәттәштәре лә уның музыкаһын юғары баһалай.
Заһир Исмәғилев 2003 йылдың 30 майында, 87-се йәшендә, оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була.
2004 йылдың декабрендә Өфөлә Энгельс урамында композитор йәшәгән йортта таҡтаташ асыла. Уның исеме Өфө дәүләт сәнғәт академияһына бирелә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендә скульптор Хәниф Хәбибрәхмәнов эшләгән Заһир Исмәғилевтың һәйкәле асыла. Тап ошо театр сәхнәһендә 1955 йылда Исмәғилевтың иң танылған, Башҡортостандың иң билдәле милли брендтарының береһенә әйләнгән «Салауат Юлаев» операһы яңғырай. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһе урамдарының береһе композиторҙың исемен йөрөтә. Белорет районының Сермән ауылында композиторҙың йорт-музейы эшләй, уның исемен йөрөткән урам бар. Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсын уҙғарыу йолаға әүерелә.
2016 йылдың ноябрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында арҙаҡлы композиторҙың 100 йыллығына арналған «Тыуған ер» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Башҡорт опера һәм балет театрында ҙур байрам концерты үтте.