Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2017, 11:39
Өфөлә Нуриев фестиваленә «Сыңрау торна» милли балеты яңыртыласаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Нуриев фестивалендә «Сыңрау торна» милли балеты ҡуйыласаҡ. Спектаклдә сәхнә биҙәлешен яңыртасаҡтар, уның рәссам-ҡуйыусыһы Рифҡәт Арыҫланов буласаҡ, тип хәбәр итте Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов. Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален майҙа үткәреү планлаштырыла.
«Сыңрау торна» – өс бүлектән торған тәүге башҡорт балеты (1941). Фәйзи Ғәскәровтың либреттоһы «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ риүәйәте нигеҙендә яҙылған. Музыканың авторҙары – композиторҙар Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилев. Премьераһы 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтә.
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
баҡорт опера һәм балет театры
Читайте нас