Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ғинуар 2017, 11:44

Башҡортостан мәҙәниәтендә 2016 йылдағы иң сағыу ваҡиғалар

Олег Яровиков, Георгий Шишкин
Олег Яровиков, Георгий Шишкин
ӨФӨ, 5 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ғәҙәттәгесә 2016 йылда Башҡортостанда уҙған иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ 20 мәҙәни сараны тәҡдим итә.
1. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале биш көн дауамында Өфө амфитеатрында меңәрләгән кешене йыйҙы. Һәр «open air» кисе бер сәнғәт төрөнә арналды: академик музыкаға (Симфоник төн), эстрада башҡарыуҙарына («Урал моңо фестивале»), фольклорға (Этнотөн, «Ufa-Kuraifest»), киноға (Башҡорт киноһы төнө). «Евразия йөрәге» фестиваленең иң сағыу ваҡиғаларының береһе – республика милли костюмдар байрамы.
2. Тәүге тапҡыр Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йырсылар конкурсы үтте. Ул йолаға әүерелгән «Өфөләге Шаляпин кисәләре» фестивале сиктәрендә уҙҙы. Абруйлы жюрины данлыҡлы опера басы, яҡташыбыҙ Асҡар Абразаҡов етәкләне.
3. Республиканың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы ойошторолдо. Танылған музыканттың исеме иң яҡшы йәш башҡарыусыларҙы уның кесе ватанына Өфөгә ылыҡтырҙы. Конкурс үҙенең бүләк фонды менән үҙенсәлекле булды – еңеүселәргә донъя скрипка оҫталарының скрипкаларын тапшырҙылар.
4. Өфөгә «Рәсәй Рәссамдары союзының алтын коллекцияһы» килде. ХХ быуатта илебеҙ оҫталарының иң яҡшы эштәренән торған масштаблы күргәҙмә М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт художество музейында күрһәтелде.
5. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Е.Вахтаногов исемендәге Мәскәү Академия драма театры гастролдәре театр һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.Театрҙың иң яҡшы спектаклдәре, арҙаҡлы Рәсәй артистары йондоҙлоғо аҙна дауамында Рус һәм «Нур» татар театрҙарында туп-тулы тамаша залдарын йыйҙы.
6.«ArtTerria» проекты ярҙамында Өфөнөң үҙәк Ленин урамы төрлө илдәрҙең 13 оҫтаһы эшләгән арт-объекттарға байыны. Заманса скульптура аллеяһының һынлы сәнғәт экспонаттары мансур гранитынан яһалды. Аллеяның яңы ҡиәфәте ҡала халҡында ҙур дискуссия уятты.
7. «Алтын битлек» төп Рәсәй театр премияһына М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров «Ҡара йөҙҙәр» (режиссер Айрат Абушахманов) спектаклендә эшләгәне өсөн лайыҡ булды.
8. Өфөлө Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға тантаналы рәүештә һәйкәл асылды. Яҙыусы үҙенең шиғри йыйынтығын сығарыусы тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы, республикала беренсе драматург ҡатын-ҡыҙ; Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе роман-трилогия яҙыусы проза оҫтаһы булараҡ билдәле.
9. Мәскәүҙә «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһында «Башҡорттар» томы баҫылып сыҡты, унда төҙөүселәр халыҡтың тарихы, теле, фольклоры, дини күҙаллауҙары, мәҙәниәте һәм сәнғәте тураһында дөйөм һәм төрлө-төрлө мәғлүмәтте йыйырға тырышты.
10. Башҡортостанда башҡорт композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғиловтың 100 йыллыҡ юбилейы киң билдәләнде. Башҡорт опера һәм балет театры репертуарына Заһир Исмәғиловтың милли геройыбыҙға арналған «Салауат Юлаев» операһы кире ҡайтты.
11. Мексикалағы Бөтә донъя фольклориадаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡатнашты. Күп һанлы башҡорт делегацияһы халыҡ-ара фольклор байрамын уҙғарыуҙа коллегалыран тәжрибә алды, сараны 2020 йылда беҙҙең республика ҡабул итергә тейеш.
12. Өфөлә Кино көнөндә республикала Рәсәй киноһы йылында төшөрөлгән «Наган» тулы метражлы нәфис фильмының премьераһы уҙҙы. Ғаилә кинокомедияһын билдәле башҡорт режиссеры Булат Йосопов менән Ренад Еникеев тәҡдим итте.
13. Өфөлә тәүге тапҡыр «Ислам донъяһы сәнғәте» халыҡ-ара художество фестивале уҙҙы. Уның сиктәрендә беренсе Халыҡ-ара каллиграфия һәм шамаил конкурсы ойошторолдо. Сарала Рәсәй төбәктәре, Бойондороҡһоҙ илдәр берләшмәһе һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашты.
14. Танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев үҙенең «Ҡурайсы» төркөмө менән этник музыка өлкәһендә Рәсәйҙәге тәүге «Russian World Music Awards»-2016 премияһында тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды.
15. Өфө режиссеры Вадим Вәлиуллиндың ҡыҫҡа метражлы «Кредит» фильмы «Кинотавр» Рәсәй кинофестиваленең төп наградаһын алды.
16. Рәсәй киноһы йылында Өфөлә «Башҡортостан-Синемастан» күргәҙмә-форумы ойошторола. Рәссамдар һәм кинематографсыларҙың уртаҡ проекты сиктәрендә кинолар күрһәтелде, оҫталыҡ класстары, күргәҙмәләр, конференциялар, осрашыуҙар уҙғарылды.
17. Өфөлә тәү тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙҙы, унда Рәсәй вәкилдәре генә түгел, сит илдәрҙән дә килделәр.
18. Өфөгә Рәсәй яҙыусыһы, «Зөләйхә күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина килде. «Большая книга» һәм «Ясная поляна» әҙәби премиялар еңеүсеһе Өфө уҡыусылары, шулай уҡ Башҡорт театры коллективы менән осрашты.
19. Республикала тәүге тапҡыр Йәйге талантлы балалар мәктәбе уҙғарылды. Проект Владимир Спиваковтың Хәйриә фонды менән ойошторола.
20. Өфөнән 11 йәшлек Марсель Сабиров Беренсе каналда «Голос. Дети» проекты финалсыһы була. Йәш йырсы өсөн бер нисә ай дауамында бөтә республика тауыш биреп уның сығышын күҙәтә.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: