05:24 (UTC+5), 03 Января 2017

Радик Юлъяҡшин Татарстанда «Йыл кешеһе» исеменә лайыҡ булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Популяр йырсы, Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы Өфө егете Радик Юлъяҡшин Татарстан мәҙәниәтендә «Йыл кешеһе» булды. «Бизнес Online» фекере буйыса был исемде ул Татарстан Республикаһының Дәүләт симфоник оркестры художество етәксеһе, дирижеры Александр Сладковский менән уртаҡлаша. Ике мәҙәниәт эшмәкәре тауыш биреүҙә башҡаларҙан ныҡ алға китеп еңә. Тауыш биреүҙә 2,5 мең уҡыусы ҡатнаша.
Баҫма хәбәр итеүенсә, «башҡорт Джастин Биберы» тип йөрөтөлгән поп-башҡарыусы 2016 йылда Ҡазанда 14 концерт биргән, биш тапҡыр «Пирамида»ла сығыш яһаған. Элвин Грей быйыл «Татар йыры» фестивален яба. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йырсы уҙған йылдың декабрендә бик уңышлы сығыш яһай.
Алдан Радик Юлъяҡшин бер нисә йыл дауамында Башҡортостанда «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеү яулай, «ТВ Туган тел Татарстан» версияһы буйынса «Йыл хиты-2012» номинацияһында еңеүсе була, «Башҡортостанда йыл хиты-2012» номинацияһында Гран-при яулай һәм башҡа наградаларға, исемдәргә лайыҡ була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика