17:45 (UTC+5), 01 Января 2017

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Урал Мөхәмәтшин яҡты донъянан китте

Ләйлә Аралбаева
Өфө, 2017 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Өфөлә 64-се йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Урал Мөхәмәтшин яҡты донъянан бик иртә китеп барҙы.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 2 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт берҙә Сәскәле урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан мәйетханала уҙасаҡ. Ул Тимаш зыяратында ерләнәсәк.
Урал Ғүмәр улы Мөхәмәтшин Өфөлә тыуған, әммә Туймазы районының Ҡандра ауылын үҙенең икенсе төйәге итеп һанай, ул унда үҙенең ағаһы менән һәр йәйен өләсәһе менән олатаһында уҙғара. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт бүлеген тамамлай. Рәссамдың эштәре Өфөлә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Ул иң ҡатмарлы — тарихи жанрҙы тергеҙеүселәрҙең береһе була. Уның эштәре араһында – «Крәҫтиәндәр һуғышы. Пугачев һәм Салауат», «Мифтахетдин Аҡмулла портреты», «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» (2008), «Әсәй портреты» (2010), «Крәҫтиәндәр һуғышы» (2008), «Яңы ай», «Ҡасим Дәүләткильдеев портреты», «Атай портреты», 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған «Аттар — фронтҡа» картиналары.
Урал Мөхәмәтшин 1975 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй, бөтә союз һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша. 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. 2014 йылда РФ Рәссамдар союзының «Рухилыҡ, йолалар, оҫталыҡ» исемле күргәҙмәлә Алтын миҙалға эйә була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика