10:07 (UTC+5), 30 Декабря 2016

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһарға әҙерләнә

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһарға әҙерләнә. Концерт 16 февралдә Чайковский исемендәге Концерт залында уҙасаҡ. Илебеҙҙең баш ҡалаһына 80 кеше – 30 бейеү пары һәм оркестр барасаҡ.
Мәскәүҙә коллективтың иң яҡшы постановкаларын үҙ эсенә алған «Донъя халыҡтары берҙәмлеге» исемле программаһы тәҡдим ителәсәк. Ансамблдең художество етәксеһе Филүз Ҡаҙаҡбаев хәбәр итеүенсә, яңы ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, ҡытай, марый бейеүҙәре күрһәтеләсәк, «Тархандар», «Ете ырыу» яңы башҡорт бейеүҙәренең премьераһы уҙасаҡ. Бөтә бейеүҙәр ҙә тере аккомпанементҡа башҡарыласаҡ.
Артистар Ҡара диңгеҙ өҫтөндә авиафажиғәлә һәләк булғандарҙы иҫкә аласаҡ. «Һалдат бейеүе» Александров исемендәге ансамбль артистары иҫтәлегенә арналасаҡ, улар менән ғәскәровсыларҙы тығыҙ ижади һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләгән.
Данлыҡлы коллектив өсөн Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһау йолаға әүерелгән. Баш ҡала сәхнәһендә ижади отчет һәр ваҡыттағыса тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Гастролдәр сиктәрендә концерттар шулай уҡ Татарстан Республикаһында – Ҡазанда һәм Аҙнаҡайҙа уҙасаҡ. Ансамблдә билдәләүҙәренсә, өс концертҡа ла бөтә билеттар тиерлек ноябрҙә һатылып бөткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика