09:17 (UTC+5), 29 Декабря 2016

Өфөлә Башҡортостан Башлығы грантына «Батша кәләше» операһы һәм «Алһыу сәскә» балеты ҡуйыласаҡ

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2017 йылда Өфөлә Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» операһы һәм Владимир Купцовтың «Алһыу сәскә» балеты ҡуйыласаҡ. Ике спектакль дә республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, «Рус дуэты – опера һәм балет» проекты 13,5 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
«Батша кәләше» операһын ҡуйырға, өфөләргә «Орлеан ҡыҙы» постановкаһы буйынса таныш булған, режиссер Филипп Разенковҡа ышанып тапшыралар. Спектакль рәссамы Владислав Анисенков буласаҡ. Элекке йылдарҙа опера Өфө театры сәхнәһендә ҡуйыла. Әлеге постановканың премьераһы 2017 йылдың ноябренә планлаштырылған.
«Алһыу сәскә» балетының премьераһы ғәҙәттәгесә сентябрҙә уҙасаҡ Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналасаҡ. Балет музыкаһы авторы – Мәскәү композиторы, Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы Владимир Купцов. Ул Бөрөлө тыуған, Өфөлә үҫкән – Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбен һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Өфө сәнғәт институтында композиторҙар бүлегендә профессор Евгений Земцовтың класында уҡый, һуңынан Мәскәүгә күсеп китә һәм П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында композиция буйынса профессор Тихон Хренниковта уҡыуын дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика