Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Декабрь 2016, 13:45
Башҡорт филармонияһы яңы йылға Classic-парад менән инә
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы йылға Classic-парад менән инә. 5 ғинуарҙа «Өфө органына 30 йыл!» проекты сиктәрендә Бәләкәй зал сәхнәһендә филармония дуҫтары, күренекле Өфө музыканттары – халыҡ-ара конкурс лауреаттары, пианинола уйнаусы Тимофей Владимиров, Данил Дауытов, кларнетта уйнаусы Руслан Вәлиев, скрипкасы Илшат Мөслимов, концертмейстерҙар Мария Вәлиева һәм БР атҡаҙанған артисы Индира Әсәҙуллина сығыш яһаясаҡ.
Программала – Каччини, Шопен, Чайковский, Прокофьев, Баццини, Годовский музыкаһы. Башлана киске сәғәт алтыла.
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
яңы йыл программаһы
Читайте нас