Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2016, 09:30

Өфөлә «Ҡырағай» фильмының презентацияһы үтте

Өфө, 2016 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй киноһы йылы тамамланыр алдынан Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Ҡырағай» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмының презентацияһы үтте. 25 минутлыҡ фильмды «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә сценарий авторы һәм режиссер Фәрзәнә Утарбаева төшөрә. Яңы драма әсә менән ул мөнәсәбәттәренә арналған. Фильмдың төп тезисы «Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала» башҡорт мәҡәленә тап килә. Төп ролдәрҙе Башҡорт драма театры актерҙары, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Артур Кәбиров башҡара.
Презентацияла 27 йәшлек картина авторы Фәрзәнә Утарбаева, ҡуйыусы оператор Тимур Ғәниев, Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, йырсы һәм депутат Айҙар Ғәлимов, Кинематографсылар союзының Йәштәр үҙәге етәксеһе Айнур Асҡаров, фильмдың бағыусылары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
«Фильм беҙҙең ысынбарлыҡ тураһында. Был беҙҙең һыҙланыу, фильмдың башынан аҙағына тиклем тамаҡта төйөн тора», — тип билдәләне фильмды ҡарағандан һуң Айҙар Ғәлимов.
«Мин бик тулҡынланам. Был минең тәүге эшем, беҙ бер йыл буйына тырышып эшләнек. Фильмды төшөрә башлағанда исеме «Ҡайтыу» ине, әммә һуңынан «Ҡырағай» тип үҙгәртергә ҡарар иттек», — тип һөйләне презентацияла Фәрзәнә Утарбаева. Ул фильмдың идеяһын хуплаусы һәм уны төшөрөргә ярҙам итеүселәрҙең барыһын да билдәләп үтте.
Фильмдың идеяһы профессиональ даирәлә ярҙам таба. Ул киноны тәү башлап төшөрөүселәр питчингтарында призлы урындар биләй.
Фильмдың креатив продюсеры – Айнур Асҡаров, ҡуйыусы рәссамы – Айгөл Байрамғолова. Музыканы йәш мәскәү композиторы Айҙар Хәмзин яҙа, аэросъемкаларҙы Владимир Жилко башҡара. «Ҡырағай» фильмын Шишмә районында һәм Өфөнөң 21-се дауаханаһында төшөрәләр. Башҡорт телендәге фильм русса субтитрҙар менән тәьмин ителгән.
Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас