12:18 (UTC+5), 26 Декабрь 2016

«Йәшлек шоу-2016» фестивале еңеүселәре билдәләнде

Ләйлә Аралбаева
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йәшлек шоу-2016» республика йәштәр фестивале тамамланды. Беренсе урынды Өфөнән Гәлсәр Байғусҡарова һәм Салауат районынан Сәит Сәитғәлин яуланы. Икенсе урынды «Матур ҡыҙҙар» менән Өфөнән Денис Илсенбаев бүлеште. Өсөнсө урын Динислам Сафинға (Сибай) һәм Илзирә Ҡудашеваға (Өфө) тейҙе. «Ышаныс» номинацияһына Зөлхизә Аҡбулатова (Баймаҡ районы) лайыҡ булды. RNT-ның эше «Иң яҡшы клип» номинацияһында билдәләнде. Йыл йырсыһы тип Илнур Рамазанов менән Айгөл Әминева танылды. Таһир Әсәҙуллин – «Йыл йыры», Сабина Кучаева – «Иң яҡшы йыл тауышы» номинацияларында иң-иңдәре булды. Шулай уҡ «Йыл сараһы» асыҡланды, был номинацияла «Сәләм, студент» исемле шоу еңде.
Йәштәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙың оҫталығын абруйлы жюри баһаланы, уны билдәле композитор Урал Иҙелбаев етәкләне. Жюри составында продюсер һәм композитор Риф Арыҫлан, филармония йырсыһы Айгиз Ханов, «Электролайн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры, фестиваль бағыусыһы Айгөл Хужина, танылған башҡарыусылар Зилиә Бәхтиева һәм Рәил Өмөтбаев, «Туған тел» телеканалының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева эшләнеләр.
«Йәшлек-шоу» — Башҡортостандың уңышлы музыкаль проекттарының береһе. Бәйге 1992 йылдан алып уҙғарыла һәм йыл һайын үҙ географияһын киңәйтә. Быйыл фестиваль Баймаҡ, Әбйәлил, Ишембай, Салауат, Йылайыр райондарынан, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән 14 ҡатнашыусыны йыйҙы. Быйылғы сараның үҙенсәлеге – конкурста ҡатнашыусыларҙы билдәле эстрада йондоҙҙары уҡытып әҙерләне. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыусылар менән бер рәттән фестивалдә башҡорт эстрадаһының танылған йырсылары Таһир Әсәҙуллин, Илнур Рамазанов, МС Баш, Ринат Рамазанов, Зилиә Бәхтиева, Йәмил Баймурзин сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика