09:45 (UTC+5), 26 Декабря 2016

Блогерҙар боҙҙан арт-объект бысып Өфөгә һөйөүен белдерҙе

Екатерина Чакина
Екатерина Чакина, Әлим Фәйезов
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Чакина, Әлим Фәйезов/. Өфө блогерҙары Рәис Ғәбитов, Шамил Вәлиев, Павел Степанов һәм Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев боҙҙан «#ялюблюуфу» исемле арт-объект яһаны. Уларға рәссам Илшат Бүләков ярҙам итте.
Скульптура «Өфө-Арена» спорт комплексы эргәһендәге боҙ ҡаласығына бик килеште. Боҙ һындарҙың төп идеяһы – «спортсылар аллеяһы». Ул һарайҙар һәм батша лабиринттары булған әкиәт тематикаһына тоташа. Йөрәк формаһындағы яңы арт-объект ҡараңғыла ҡыҙыл төҫтә яҡтыртасаҡ. Бөгөн киске сәғәт алтыла ҡаласыҡ уттары ҡабыҙыласаҡ, ә боҙ һындар яҡтыртып торасаҡ. Теләгән һәр кеше Яңы йылдың яҡынлашыуын һәм мөғжизәлекте тоя аласаҡ. Ҡала халҡы боҙҙан яһалған скульптура композициялары янында фотоға төшә һәм «#ялюблюуфу #этоуфа» тигән флешмобта ҡатнаша ала.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика