05:28 (UTC+5), 23 Декабря 2016

Израилдә иврит телендә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Израилдә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитетында хәбәр иттеләр. Китапта боронғо башҡорт халыҡ эпосының иврит теленә сәсмә тәржемәһе нәшер ителгән. Баҫманы яҡташыбыҙ Рауил Садиҡов әҙерләгән, тәржемәнең дә, һүрәттәрҙең дә авторы ул үҙе.
— «Урал батыр» эпосын мин дүрт йыл дауамында башҡорт теленән тәржемә иттем. Үҙ халҡымды яратам һәм уның өсөн берәй файҙалы эш башҡарыуҙы үҙ бурысым итеп һанайым. Китап Израилдең китап кибеттәрендә лә, интернет селтәре аша ла һатыла, шуныһы ҡыуандыра, — тип һөйләй Рауил Садиҡов. — Израилдә башҡорттарҙы белмәйҙәр тиерлек. Был китапты уҡып улар халҡыбыҙ тураһында мәғлүмәтлерәк булырҙар, тип ышанам.
«Урал батыр» китабы Израилдең тел институтында иврит ҡағиҙәләренә тап килеүе тураһында сертификация үткән, ти автор. Әлеге ваҡытта ижадсы ивритҡа башҡорт халыҡ әкиәттерен тәржемә итә һәм баҫтырырға өмөтләнә.
Рауил Садиҡов Өфөлә тыуып үҫкән, 20-се мәктәптә уҡыған. Атаһы Әхмәтшәриф сығышы менән Нуриман районынан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, әсәһе Мәхмуҙә — республикала билдәле археолог. Рауил Садиҡов 1992 йылдан башлап ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәй. Хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Израилдә төрки ойошманы етәкләй, һабантуҙар һәм башҡа саралар ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика