07:03 (UTC+5), 16 Декабря 2016

Өфөлә Матбуғат балында 2016 йылдағы иң яҡшы журналистарҙың исемдәре иғлан ителде

Галина Бахшиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Матбуғат балында уңышлы журналистарҙың исемдәре иғлан ителде. Сарала 2016 йылға йомғаҡ яһалды. Унда федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫма вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, предприятие һәм компанияларҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Төрлө тармаҡтар буйынса лауреаттар билдәләнде, шулай уҡ «Йыл журналисы»ның исеме аталды. Еңеүсе — «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Зөһрә Арсаева.
«Иҡтисад һәм финанстар» номинацияһында — «Рәсәй гәзите»нән Ольга Горюнова, «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий наградаға лайыҡ булды. «Һаулыҡ һәм экология» номинацияһында — «Аргументы и Факты» гәзитенән Светлана Истомина, «Социаль яҡлау» номинацияһында «Республика Башкортостан» гәзитенән Галина Тряскина еңеүсе тип танылды. Башҡортостан юлдаш телеканалынан Рәмзиә Кәримова-Байбулатова «Мәғариф» номинацияһында еңеп сыҡты. «Спорт һәм сәләмәт тормош алып барыу» номинацияһында — «Туймазы хәбәрҙәре»нән Анфиса Аитова, «Сәнәғәт һәм инвестициялар» номинацияһында РБК — Өфө телеканалы иң яҡшыһы булды. «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» номинацияһында — «Ҡыҙыл таң» гәзитенән Илдар Фазлетдинов, «Тыуған төйәк» номинацияһында «Көйөргәҙе» гәзитенән Нияра Кашапова еңде. «Башнефть» командаһы иң яҡшы матбуғат хеҙмәте тип билдәләнде. Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит — «Йәшлек» гәзитенеке.
«Башинформ» агентлығы журналистары ике наградаға лайыҡ булды. Иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе Галина Бахшиева энергетика темаһын яҡтыртҡаны өсөн Башҡортостандың энергия һатыу компанияһынан диплом һәм приз алды. «Йәмәғәт электрон гәзите»нең әҙәби мөхәррире Евгения Сюткинаны киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт экологик ойошмалары араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға өлөш индергәне өсөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе бүләкләне.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика