10:11 (UTC+5), 15 Декабря 2016

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталының яңы версияһы эшләй башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталының яңы версияһы эшләй башланы. Унда республикалағы ҡыҙыҡлы мәҙәни саралар хаҡында яңылыҡтар, саралар афишаһы һәм театрҙар репертуары менән танышырға мөмкин.
Сайтта «Музыка», «Театр», «Һынлы сәнғәт», «Хореография», «Халыҡ ижады», «Кино», «Музейҙар», «Китапханалар» һәм «Башҡортостан образдары» тигән бүлектәр бар. «Махсус проекттар» бүлегендә ғәмәлдәге ижади проекттар тураһында белергә, виртуаль экскурсия яһарға, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы эшмәкәрлеге менән танышырға, шулай уҡ журналистар алып барған авторлыҡ блогына күҙ һалырға була.
«Порталда республиканың иҫтәлекле даталар календарын ҡарау, Башҡортостандың күренекле кешеләре менән ентеклерәк танышыу мөмкинлеге бар. Сайтта фоторепортаждар һәм видеосюжеттарҙың булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә», — тип билдәләне порталдың етәксеһе Олеся Мельникова.
Портал рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә эшләүен дауам итә. «Бәйләнештә», Instagram, Facebook социаль селтәрҙәрендә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» аккаунттары бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика