07:52 (UTC+5), 14 Декабрь 2016

Өфөлә тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышына арналған китап донъя күрҙе

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышына арналған китап донъя күрҙе. «Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары» тип аталған энциклопедик баҫмала фотоһүрәттәр менән 539 ҡыҫҡаса биография бирелгән. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, билдәле шәхестәр, ябай хеҙмәткәрҙәр, герой-әсәләр бар.
Китап Башҡортостандың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһының репродукцияһы һәм шағирәләр Фирҙәүес Ноғоманова, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, Земфира Абушахманова, Илүзә Ғәйнуллинаның тыуған төйәккә бағышланған шиғырҙар шәлкеме менән асыла. Баҫма Әбйәлил районы башлығы Рим Сыңғыҙовтың сәләмләү һүҙе, район, уның иҫтәлекле урындары һәм әбйәлилдәрҙең Өфөләге яҡташтар ойошмаһы хаҡында мәғлүмәт менән тулыландырылған. Йыйынтыҡ фотоматериалдар менән байытылған.
Ошо көндәрҙә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары» баҫмаһының исем туйы уҙҙы. Сараны «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторҙо. Райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева, Йәмәғәт редакция советы етәксеһе Азия Күсимова, шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, фоторәссам Нәсих Хәлисов, журналист һәм шағирә Гөлнара Хәлфетдинова китапты төҙөү тарихы тураһында һөйләне. Был — республикала ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған берҙән-бер баҫма, тип билдәләне улар.
Сараны Әбйәлил районында тыуып үҫкән сәнғәт оҫталары — Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәсән Усмановтың сығыштары биҙәне. Залда Әбйәлил районынан сыҡҡан билдәле кешеләр — актер, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, тел белгесе, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова, журналистар Рәмзиә Кәримова, Ләйсән Нафиҡова бар ине. «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыу һәм баҫма продукция күргәҙмәһе ойошторолдо.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика