12:16 (UTC+5), 14 Декабря 2016

Башҡортостанда сәсәндәр әйтеше фольклорсы Әхмәт Сөләймәновҡа арнала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы уҙғарыла.
Байрам барышында билдәле ғалим, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновҡа арналған «Әхмәт әйтеше» бәйгеһе ойошторола. Унда Әбйәлил, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Йылайыр, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Салауат райондарынан, Өфө, Учалы һәм Салауат ҡалаларынан профессиональ һәм үҙешмәкәр ҡобайыр әйтеүселәр, шағирҙар, ауыҙ-тел ижады оҫталары ҡатнаша.
16 декабрҙә фольклор байрамы Миәкә районында дауам итә. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар мәғрифәтсе һәм шағирҙың тыуған ауылы Туҡһанбайға бара. Шул уҡ көндә теләгән һәр кем «Күҙ теймәһен ҡулыңа!», «Беләгеңә көс-ҡеүәт!» күргәҙмәләре менән таныша, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Фольклор байрамы «Аҡмулла нәсихәттәре» концерты менән тамамлана, унда сәсән-импровизаторҙар һәм М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары сығыш яһай.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Сәсәндәр үҙәге.
Конкурс 15 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт һарайында иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика