16:26 (UTC+5), 13 Декабря 2016

Мәскәүҙә «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһынан «Башҡорттар» китабының исем туйы үтте

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһынан «Башҡорттар» томының исем туйы булды. Сара Рәсәй Фәндәр академияһының Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты ҡатнашлығында ойошторолдо.
Сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры Марина Мартынова, «Наука» нәшриәтенең баш мөхәррире Татьяна Филиппова, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Псәнчин, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Думаһы депутаты, тәбиғәт ресурстары, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы Михаил Бугера сығыш яһаны.
Том Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты, Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Урал ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре көсө менән әҙерләнгән. Китапта Мәскәү һәм Өфө ҡалаларындағы башҡа ғилми-белем биреү учреждениелары белгестәренең мәҡәләләре урын алған. Баҫма Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй гуманитар фәнни фонды ярҙамында дүрт меңгә яҡын дана менән сыҡҡан. Уны уҡытыусылар, мәҙәниәт, музей хеҙмәткәрҙәре үҙ эшендә ҡуллана ала.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика