06:42 (UTC+5), 12 Декабрь 2016

Башҡорт һылыуҡайы «Мисс Азия. Рәсәй» гүзәллек бәйгеһендә беренсе вице-мисс исемен яуланы

Фатима Янбаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Мисс Азия. Рәсәй» Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм һомғоллоҡ конкурсының финалы уҙҙы. Ейәнсура районында тыуып үҫкән 18 йәшлек Илнара Ниязғолова «Беренсе вице-мисс» титулына лайыҡ булды.
Илнара И.М.Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының икенсе курсында белем ала, баш ҡалалағы «Йәсмин» һылыуҡай студияһында шөғөлләнә. Был Илнараның тәүге еңеүе түгел: быйыл ул «Мәскәү һылыуҡайы» бәйгеһендә — Гран-при, «Һылыуҡай-2016» республика конкурсында икенсе урын алды. Ил кимәлендәге конкурста тәүгә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, 16 финалсы араһында беренсе урын яуланы.
«Был — Мәскәүҙәге яҡташтарыбыҙҙың еңеүе ул. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған Башҡортостан студенттары ассоциацияһына, «Алтын Ай» бейеү ансамбленә, «Йәсмин» һылыуҡай студияһына һәм етәксем Фатима Янбаеваға бик рәхмәтлемен. Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашеваға бағыусылыҡ ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт. Бөгөн минең ярҙамсы төркөмөм иң көслөһө булды, был миңә ышаныс һәм ҡыйыулыҡ өҫтәне!» — тине Илнара Ниязғолова.
Ике ай дауамында «Мисс Азия. Рәсәй» бәйгеһендә ҡатнашыусылар үҙ халҡы менән таныштырып ҡына ҡалманы, «Милли кейем һәм таланттар», «Милли аш-һыу», «Спорт», «Интеллектуаль конкурс», «Fashion» кеүек конкурс һынауҙарында ла лайыҡлы сығыш яһаны. Илнара Ниязғолова Мәскәүҙең «Алтын Ай» ансамбле менән бергә «Гөлнәзирә» бейеүен башҡарҙы.
«Милли аш-һыу» этабында ҡыҙҙар баһалама ағзалары алдында милли ризыҡтар әҙерләне. Илнара иһә сәк-сәк бешерҙе.
Финалда 16 сағыу милли сығыш һәм дизайнер кейемдәрен күрһәтеү, шулай уҡ Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы булды.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика