Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2016, 17:48

Рәмил Ғәйзуллин Алматыла «Бөйөк дала иле» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Алматыла «Бөйөк дала иле» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Ҡурайсы, Башҡортостандың Милли халыҡ ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин республиканан берҙән-бер вәкил булды.
«Фестивалдә ҡатнашыу күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мин солист булараҡ та сығыш яһаным — ҡурайҙа халҡыбыҙҙың «Ғилмияза» йырын һәм уның нигеҙендә импровизация башҡарҙым, шулай уҡ Ҡаҙағстандың «Сазген сазы» ансамбле менән бергә уйнаным. Был коллектив Өфөлә үткән «Урал ауазы» II халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гран-при яуланы, — тине Рәмил Ғәйзуллин. — Байрам юғары кимәлдә уҙҙы. Алматы акимы Бауыржан Байбек музыканттарҙың һәр береһенә рәхмәт әйтте».
Дипломдан тыш, ҡәҙерле бүләк — «Сазген сазы» етәксеһе Багдат Тилигенов ҡулынан алған ҡаҙаҡ думбыраһын алып ҡайтҡан музыкант. Ошо ансамбль нигеҙендә төрки халыҡтарының милли ҡоралдары йыйылма оркестры ойошторолған. Коллектив Азербайжанда һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһап өлгөргән дә инде. «Мин күптән ошондай ансамбль төҙөү ниәте менән янам һәм уның ойошторолоуына бик шатмын», — тине башҡорт музыканты.
«Бөйөк дала иле» халыҡ-ара фестивале Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығы уңайынан уҙғарылды. «Алатау» традицион сәнғәт театрына Азербайжан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Башҡортостан, Дағстан, Ҡарағалпаҡстан Республикаһынан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар йыйылды. Йыр-моң байрамы Алматы хакимиәтенең әүҙем ҡатнашлығында үтте. Сараға аким Бауыржан Байбек, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, киң йәмәғәтселек вәкилдәре килгәйне.
Читайте нас: