06:19 (UTC+5), 08 Декабря 2016

Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Опера сәхнәһе йондоҙо Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай. Верди ижад иткән «Дон Карлос» операһының премьераһын музыкаль йәмәғәтселек, тәнҡитселәр һәм тамашасылар түҙемһеҙлек менән көтә. Премьера 7 һәм 10 декабргә билдәләнгән.
Абдразаҡов Испания короле Филипп II образында сәхнәгә сыға. Ул был партия менән Италияла һәм Санкт-Петербургтағы Мария театрында сығыш яһағайны. Ҙур театрҙан һуң йырсы ошо уҡ ролде Мюнхенда һәм Лондонда башҡара.
Тәүҙә Дмитрий Хворостовский, Хибла Герзмава, Екатерина Губанова кеүек танылған йырсыларҙан торған төркөм булдырылғайны. Ләкин ошо көндәрҙә Хворостовскийҙың һаулыҡ торошо буйынса Мәскәүгә килә алмауы асыҡланды, уны Игорь Головатенко алмаштыра. Дирижер пульты артында — Канаданан Кери-Линн Уилсон.
Илдар декабрь айын һәм Яңы йыл байрамдарын Мәскәүҙә үткәрә. 22 декабрҙә ул К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академия музыка театрында, 25-дә — Петр Чайковский исемендәге концерт залында, 31 декабрҙә Мәскәү музыка йортонда Владимир Спиваков менән Яңы йыл концертында сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика