12:36 (UTC+5), 08 Декабрь 2016

Өфөлә «Йәшлек шоу» фестивале иң яҡшы башҡарыусыларҙы асыҡлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан йәштәре араһында ҙур популярлыҡ яулаған проекттарҙың береһе «Йәшлек шоу-2016» республика йәштәр фестивале йәнә талантлы йырсыларҙы йыя. Һайлап алыу туры 10 декабрҙә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында уҙа.
«Йәшлек шоу-2016» 25 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Конкурс «Иң яҡшы текст авторы», «Йыл йырсыһы», «Йыл асышы», «Йыл аранжировкалаусыһы», «Йыл проекты», «Виртуаль йондоҙ», «Йыл клибы» һәм «Йыл йыры» номинацияларында үтә.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға эстрада йондоҙҙары Таһир Әсәҙуллин, Зилиә Бәхтиева, Йәмил Баймырҙин, Айгөл Әминева, Наилә Тимербаева, Илнур Рамазанов, МС Баш етәкселегендә эшләргә тура киләсәк.
«Быйыл фестиваль ойошторолоуға 25 йыл тула. Сара йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларынан әүҙем, һәләтле йәштәрҙе берләштерә. Фестиваль күптәр өсөн ҙур сәхнәгә юл асты», — тип билдәләне ойоштороусылар.
Проекттың төп маҡсаты — башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, заманса милли музыка сәнғәтен пропагандалау һәм йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙың артабанғы ижади үҫешендә ярҙам күрһәтеү. Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәткә ярҙам итеү үҙәге.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика