11:08 (UTC+5), 07 Декабрь 2016

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Үзбәкстанда йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Үзбәкстанда йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә. 7-14 декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Ташкент ҡалаһына сәфәр ойоштора.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Музыкант мәҙәни сараларҙа — Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы скверҙа сәскә һалыуҙа һәм концерттарҙа ҡатнаша. Башҡорт ҡоролтайы сит илдәге милләттәштәребеҙҙе уйын ҡоралдары һәм методик әҙәбиәт менән тәьмин итә.
«Октябрь айында республика делегацияһы Башҡортостан көндәрен үткәреү өсөн Ташкентҡа барҙы. Ҡоролтай Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Шул ваҡыттан башлап беҙ даими аралашабыҙ, бәйләнештәр нығыны. Үзбәкстандың баш ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылды, унда «Дуҫлыҡ» ансамбле ойошторолдо. Етәксеһе — Рәйсә Баймырҙина. Хәҙер өлкәндәр һәм балалар ансамблдәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ», — тине Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Алһыу Сирғәлина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика