10:30 (UTC+5), 07 Декабря 2016

Өфөлә билдәле юморист Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 декабрҙә Өфөлә танылған юморист, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе уҙа. Һөйләү жанры оҫтаһы, артист ғүмере буйына Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне, «Кәтүк менән Бағанай» дуэтында ҡатнашты.
«Көлгө килә күҙ йәштәре аша» тип аталған кисәлә филармония, республика театрҙары һәм ижади коллективтарҙың солистары сығыш яһай. Улар араһында Хәлит, Лилиә, Айнур һәм Илшат Фәтиховтар, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Хәким Мортазин, Вәлит Илембәтов һәм «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада театры артистары, тальянсылар Айҙар һәм Алмас Юнысовтар, Иҙрис Ғәзиев, Фәдис Ғәниев, Гөлназ Асаева, Фәрүәз Урманшин, Фәйрүзә Нуриева, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры һәм «Нур» татар театры актерҙары бар.
Әхәт Уразмәтов (1931-2015) — республикала юмор жанрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, эстрадала бик күп сағыу образдар тыуҙырҙы. Дуэт составында Ғәфүр Латипов менән бергә республиканы һәм бөтә илде урап сыҡты. Артистар фестивалдәрҙә, кисәләрҙә, концерттарҙа, ижади осрашыуҙарҙа даими ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика