12:40 (UTC+5), 07 Декабря 2016

Өфөлә «Байыҡ» конкурсының гала-концертында иң оҫта бейеүселәр ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсының гала-концерты үтә. Унда бейеү бәйгеһенең иң-иңдәре ҡатнаша.
Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева әйтеүенсә, гала-концертҡа «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театры, Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамбле, шулай уҡ Төньяҡ Осетия-Алания, Хакасия, Абхазия, Чечня, Санкт-Петербург, Ярославлдән ҡунаҡтар саҡырылған.
«Байыҡ» конкурсы ойошторолғандан алып Башҡортостан юлдаш телеканалында иң популяр проектҡа әүерелде, — тине проекттың авторы һәм продюсеры Рита Өмөтбаева. — Йыл һайын ойоштороу комитетына 500-ҙән ашыу ғариза килә. Әммә уларҙың иң яҡшылары ғына финалға сыға. Һайлап алыу турҙары йыл буйына бара».
«Байыҡ» телевизион конкурсы 2008 йылда башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлау, халыҡ ижадын популярлаштырыу, ижади йәштәрҙең халыҡ бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында ойошторола. Аҙна һайын республиканың төп телеканалы башҡорт бейеүҙәрен яратҡан тамашасыларҙы телевизор экраны алдына йыя. Телевизор ҡараусыларҙан тыш, бейеүселәрҙе жюри ағзалары ла баһалай. Уның составында танылған артистар һәм ижади эшмәкәрҙәр эшләй. Йыл һайын бәйгенең финалында сит илдән ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика