Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2016, 12:24

Республиканың Милли халыҡ ҡоралдары оркестры Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында сығыш яһай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли халыҡ ҡоралдары оркестры ил буйлап гастролдәрен дауам итә. Коллектив «Ҡурай байрамы. Елдән тыуған моң» тигән программа менән күрше республикаларҙа һәм өлкәләрҙә башҡорт сәнғәте менән таныштыра.
Ошо көндәрҙә Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге оркестр Удмуртияның баш ҡалаһы Ижевскиҙа сығыш яһаны. Концерт Удмурт дәүләт филармонияһында үтте. Бөгөн, 6 декабрҙә, башҡорт артистары Пермь крайы филармонияһының Орган залында уйнай. Уҙған айҙа музыканттар Ҡурғанда һәм Ырымбурҙа булды.
— «Ҡурай байрамы. Елдән тыуған моң» — Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы тәҡдим иткән үҙенсәлекле проект. Ошо ҙур музыкаль сарала башҡорт халҡының визит карточкаһы — ҡурай төп урынды биләй, — тип хәбәр иттеләр филармонияла.
Сәхнәлә Башҡорт дәүләт филармонияһының иң яҡшы ижади көстәре һәм республиканың сәнғәт оҫталары: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов (ҡурай), Башҡортостандың халыҡ артистары, йырсылар Римма Амангилдина һәм Азамат Тимеров, Аяз Нухов (ҡыл-ҡумыҙ), Артур Ғайсаров (ҡурай) сығыш яһай. Шулай уҡ «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡатнаша. Концерттың режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сәйҙә Ильясова.
Читайте нас