11:50 (UTC+5), 06 Декабря 2016

Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың китабы инглиз телендә донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Елизавета Кирильская, Алик Шакиров/. Мәскәүҙә, «Набоков премияһы китапханаһы» («Nabokov Prize Library») серияһында, билдәле башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың «Күгәрсен һөтө» («The bird's milk») тигән китабы инглиз телендә баҫылып сыҡты.
Был — Марсель Сәлимовтың быйыл донъя күргән дүртенсе китабы. Бынан алда Мәскәүҙә уның «Президент бесәйе» сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр йыйынтығы баҫылды. Өфөлә иһә башҡорт телендә «Заманына күрә көлкөһө» исемле Брайль шрифты менән йыйылған йыйынтығы һәм аудиокитабы донъя күрҙе.
Абруйлы халыҡ-ара әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимовтың ижады Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле. Ул — күп телдәргә тәржемә ителгән ҡырҡҡа яҡын китап авторы. Яҙыусылар һәм журналистарҙың интернациональ берләшмәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «Марсель Сәлимов үҙенең ижады менән Рәсәй сатираһын һәм юморын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә».
Совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков юҡҡа ғына түбәндәге юлдарҙы яҙмаған: «Күренекле башҡорт яҙыусыһы, сағыу сатирик Марсель Сәлимовтың көлөүе һәр ваҡыт социаль яңғыраш таба, сөнки уның геройҙары халыҡ тормошонан алынған». «Күгәрсен һөтө» сатирик повесы геройҙары ла шундай. Инглиз телле уҡыусылар улар менән бергә Рәсәй төпкөлөнә һәм хатта айға ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡыла ала.
«The bird's milk» китабының тиражы — ике мең дана. Йыйынтыҡ Европа, АҠШ-тағы китап магазиндарына, шулай уҡ интернет аша һатыуға сығарыла.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика