06:50 (UTC+5), 05 Декабря 2016

«Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина: «Китап уҡыусыларҙан иң ҡәҙерле хаттарҙың береһен Өфөнән алдым»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ошо көндәрҙә танылған яҙыусы, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы, «Большая книга» һәм «Ясная поляна» әҙәби премиялары лауреаты Гүзәл Яхина Өфөлә булып китте. «Башинформ» агентлығында ҡунаҡ менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
Баш ҡаланың әҙәбиәт һөйөүселәре авторҙың тәүге китабын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Роман «кулак» тип һөргөнгә ҡыуылған крәҫтиән ҡыҙы Зөләйханың яҙмышына арналған. Өфө магазиндарында йыйынтыҡ рус һәм татар телдәрендә (Флүрә Тарханова тәржемәләгән) һатыла.
«Мин бында килеүемә бик шатмын. Башҡортостанда романым йылы ҡабул ителгән кеүек тойола. Уҡыусылар менән бик тығыҙ аралашабыҙ, — тип һөйләне Гүзәл Яхина. — Китап уҡыусыларҙан иң ҡәҙерле хаттарҙың береһен тап Өфөнән алдым: 93 йәшлек олатай миңә биш биттән торған хат яҙған. Унда үҙенең тормош юлын һүрәтләгән. Ул да кулак тип һөргөнгә ебәрелгән, һәм мин уның яҙмышында өләсәйемдең яҙмышына оҡшаш байтаҡ һыҙаттарҙы күрҙем».
Бер сәғәт дауам иткән осрашыу ваҡытында яҙыусы романдың нисек яҙылыуы, ниндәй документаль сығанаҡтар эшләүе, Мәскәүҙәге «АСТ» нәшриәтендә нисек баҫтырып сығарыуы хаҡында һөйләне. Гүзәл бала саҡ хәтирәләре менән дә бүлеште. Ул Ҡазанда тыуып үҫкән һәм татар йолалары менән яҡшы таныш. Гүзәл Яхинаның романы ата-әсәһе менән бергә һөргөн ауырлыҡтарын кисергән өләсәһе Рәйсә Шакироваға бағышланған.
Бөгөн китап бик популяр һәм донъяның 20 теленә тәржемә ителә. «Рәсәй» каналы «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса алты сериялы фильм әҙерләй. Яҙыусы республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһына китаптың электрон вариантын бүләк итте. Журналистар менән осрашыу автограф алыу менән тамамланды.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика