12:38 (UTC+5), 05 Декабря 2016

Яңы йыл төнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасылары «Башҡорт йыры» конкурсының гала-концертын ҡарай ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыларының, шулай уҡ башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙарының гала-концерты үтте. Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасылары «Башҡорт йыры» гала-концертының телевизион версияһын, ғәҙәттәгесә, Яңы йыл төнөндә ҡарай ала.
Беренсе урынды ике башҡарыусы: йәш музыкант Илнур Ишембаев менән Өфө сәнғәт институты студенткаһы Нәргизә Аралбаева бүлеште. Еңеүселәр туристик юлламалар менән бүләкләнде. Йомғаҡлау концертында иң яҡшы йыл йыры ла билдәләнде. Быйыл тамашасылар Салауат Мөхәмәтйәров башҡарыуында «Һағыш» йыры өсөн тауыш бирҙе.
Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева әйтеүенсә, телепроекттың ойоштороу комитетына 100-гә яҡын ғариза килгән, иң яҡшы 11 башҡарыусы финалға сыҡҡан.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — республикала әһәмиәтле мәҙәни сараларҙың береһе, ул 2010 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын ойоштороусылар гала-концертты эстрада шоуына әүерелдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика