09:51 (UTC+5), 05 Декабря 2016

Башҡорт режиссерының балалар өсөн фильмы Төмәндә кинофестиваль дипломы менән билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Төмәндә III «Ноль плюс» халыҡ-ара балалар һәм ғаилә кино фестивале тамамланды. Быйыл ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары конкурсында Башҡортостандан режиссер Роман Пожидаевтың «Урман һуҡмағы» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы ҡатнашты. Эш «Киноәкиәт өсөн» дипломына лайыҡ булды. Фильм режиссерҙың олатаһы — билдәле фронтовик шағир Хәниф Кәримдең хикәйәһе буйынса төшөрөлгән. Фестивалдә ошо фильм менән режиссер үҙе һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева ҡатнашты.
«Былтыр әлеге сарала «Япраҡ» фильмы күрһәтелһә, быйыл ойоштороусылар «Урман һуҡмағы» кинотаҫмаһын тәҡдим итте. Фильм минең тәҡдимем буйынса төшөрөлгән, унда мин оператор ҙа, режиссер ҙа, тауыш режиссеры ла, һәм, әлбиттә, водитель дә булдым, — ти Роман Пожидаев. — Был фильм Владикавказда үткән «Дирижабль» фестивалендә икенсе урын яуланы, башҡа бәйгеләрҙә лә ҡатнашты. Уның халыҡ-ара фестивалдә лә билдәләнеүенә бик шатмын».
Фестивалде ойоштороусыларҙың маҡсаты ҙур — кинопедагогика. Йыл дауамында мәктәптәр менән әүҙем эш алып барыла, түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ойошторола, фильмдар күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика