07:33 (UTC+5), 02 Декабря 2016

Өфө журналисының фильмы Халыҡ-ара христиан киноһы фестивале дипломын алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Ирина Миңлеғәлиеваның фильмы «Невский Благовест» Х халыҡ-ара христиан киноһы фестиваленең дипломын яуланы. «Икенсе мөмкинлек» исемле фильм — Өфөлә йәшәгән Дмитрий Молев тураһында. Дауыллы 90-сы йылдарҙа уңышлы эшҡыуар булған, күңелле тормош алып барған. Әммә бер көндө ул автоһәләкәткә осрай. Эргәһендә ултырған дуҫы һәләк була. Геройҙың күҙ алдынан бөтә тормошо үтә һәм ул дөрөҫ йәшәмәгәнлеген аңлай. Ошо мәлдә ул: «Һиңә икенсе мөмкинлек бирәм», — тигән тауыш ишетә. Әлеге ваҡытта Дмитрий Молев — күп балалы атай. Яңыраҡ уның һигеҙенсе балаһы тыуған. Ул — «Уфимский иконостас» артеле директоры, бында эшләнгән әйберҙәр сиркәүҙәрҙе һәм ҡорамдарҙы биҙәй. Гуманитар ярҙам менән бер нисә тапҡыр Донбасҡа барған.
«Фильмдың Санкт-Петербургтағы Дәүләт тарих музейында күрһәтелеүенә бик шатмын, — ти фильм авторы. — Мин ошо ҡаланы бик яратам, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында минең әсәйем донъяға килгән. Сираттағы бомбаға тотоуҙан һуң өләсәйем яңы тыуған ҡыҙын таш өйөмөнән табып алған. Һуңынан ғаилә хәрби завод менән Өфөгә эвакуацияланған. Өләсәйемдең ике туғаны блокадалы Ленинградта тороп ҡалған. Өйөмдә Ленинградтан һарғайып бөткән өс мөйөшлө хаттар һаҡлана».
Конкурсҡа Рәсәй, Украина, Эстония, Латвия, Сербия, Финляндия, Германия һәм башҡа илдәрҙән 400-гә яҡын ғариза килгән. Фестивалдең маҡсаты — башҡа төрлө диндәрҙең өҫтөнлөктәре йәки етешһеҙлектәре тураһында һөйләү түгел, ә дин тотоу кешеләрҙе нисек үҙгәртеүен, изгелеккә һәм түҙемлеккә өйрәтеүен тикшереү.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика