06:24 (UTC+5), 01 Декабрь 2016

Республикала урамға һәм китапханаға шағир Ирек Кинйәбулатовтың исемен бирергә тәҡдим ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда урамға, мәктәпкә һәм китапханаға шағир Ирек Кинйәбулатовтың исемен бирергә тәҡдим ителде. Шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың (1938 — 2016) хәтерен мәңгеләштереү һәм архивын һаҡлау буйынса комиссия ултырышында ошондай тәҡдим яңғыраны.
Һүҙ Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге урам, шулай уҡ тыуған ауылы Абдуллала шағир уҡыған мәктәп хаҡында бара. 2018 йылда Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тула. Ошо уңайҙан комиссия Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йорто алдында шағирҙың бюсын ҡуйырға тәҡдим итә. Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы китапханаһына ла уның исеме бирелеүе ихтимал.
Шағирҙың әҙәби мираҫы (шиғырҙар, хәтирәләр, мәҡәләләр), шәхси архивынан фотоһүрәттәр һәм документтар тәртипкә килтерелә. Китаптары, ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре һәм шәхси әйберҙәре Милли әҙәби музей фондына тапшырыла. Иҫке Бәпес ауылы китапханаһында һәм Өфө йылға училищеһы ҡарамағындағы Диңгеҙселәр йыйылышы музейында әҙиптең тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә-стендтар ҡуйыу ҡарала.
Ҡәҙим Аралбай рәйеслегендәге комиссия ултырышында яҙыусылар, шулай уҡ тормош иптәше Лидиә Кинйәбулатова ҡатнашты.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика