09:17 (UTC+5), 01 Декабря 2016

Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимов — Гиляровский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә Владимир Гиляровский исемендәге халыҡ-ара премия конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо абруйлы әҙәби награданың быйылғы лауреаттары иғлан ителде.
Яҙыусылар һәм журналистарҙың интернациональ берләшмәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Владимир Гиляровский исемендәге премия — авторҙарҙы дәртләндереү сараһы ул. Уға журналистар, публицистар, прозаиктар дәғүә итә, иң яҡшылары иһә наградаға лайыҡ була».
«Юмор» номинацияһында Михаил Задорновҡа — беренсе, Марсель Сәлимовҡа — икенсе, Антон Свириденкоға өсөнсө дәрәжә премия тапшырылды. Евгений Евтушенко, Роман Сенчин, Владимир Познер, Александр Мамонтов, Саша Кругосветов, Виктория Балашова, Лидия Рыбакова һәм башҡа танылған яҙыусылар, шағирҙар, журналистар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
«Күптәнге дуҫым Михаил Задорнов менән ошо бәйгелә еңеүемә шатмын, — тине Марсель Сәлимов. — Задорновтың сатираһы, дөрөҫөрәге, уның социаль йүнәлеше миңә бик яҡын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Михаил сирләй. Ҡәләмдәш дуҫымдың тиҙерәк һауығыуын теләйем».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика