11:15 (UTC+5), 30 Ноябрь 2016

Баш ҡалала «Юлдаш» радиоһы «Йыл йыры-2016» лауреаттарын билдәләне

Илнур Хужәхмәтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Юлдаш» радиоһы «Йыл йыры-2016» лауреаттарын билдәләне. Гала-концертта башҡорт эстрадаһының 30-ҙан ашыу йәш йондоҙо сығыш яһаны. Был кистә радио тыңлаусылар үҙҙәре һайлаған йырҙар яңғыраны.
Бөтә донъя фольклориадаһына арналған гала-концерт Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов башҡарыуында «Башҡорт ҡурайы» йыры менән асылды. Сарала ҡатнашыусылар араһында Лилиә Букеева, Рәүилә Мәсәлимова, Юнир Һағынбаев кеүек популяр йырсылар, Башҡорт драма театры актрисаһы Светлана Хәкимова, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов, Башҡорт опера һәм балет театры солистары Әлим Ҡәйүмов, Артур Ҡәйепҡолов бар ине. «Ятаған» этно-төркөмө концертҡа махсус ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Финалсыларҙың барыһы ла «ЮлдашХит» статуэткаһы менән бүләкләнде.
Йылдың сағыу тамашаһын Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Фәрүәз Урманшин алып барҙы. Юлдаштар тамашасыларҙы ла буш ҡалдырманы: «бәхетле» билеттарға эйә булғандар төрлө бүләктәр алды.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика