08:44 (UTC+5), 29 Ноября 2016

Өфө журналисы Гүзәл Сәхипова — «СМИротворец» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө журналисы Гүзәл Сәхипова «СМИротворец» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. Уның «Ирекле Матбуғат — Волга буйы» интернет-порталында баҫылған «Һинең ниндәй диндән булыуың мөһим түгел...» исемле эше урындағы киң мәғлүмәт саралары араһында «Интернет» номинацияһында өсөнсө урын алды. Сентябрҙә Өфө хәбәрсеһе Волга буйы федераль округының киң мәғлүмәт саралары араһында беренсе урын яуланы һәм «СМИротворец» статуэткаһы менән бүләкләнде.
Киң мәғлүмәт сараларында милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәре мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға Бөтә Рәсәй конкурсының VIII бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Быйыл бәйгелә илдең 85 төбәгенән ете меңдән ашыу эш ҡатнашты. Конкурстың исемлегенә 134 киң мәғлүмәт сараһы индерелде.
Еңеүселәрҙе Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, илдең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы етәксеһе Игорь Баринов, Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре комитеты рәйесе Дмитрий Азаров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Александр Журавский, «ТАСС» агентлығының генераль директоры Сергей Михайлов, Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре комитеты рәйесе Илдар Ғилметдинов, шулай уҡ Анатолий Вассерман, Мария Киселёва, Наталья Бестемьянова, Стас Пьеха һәм башҡа билдәле кешеләр бүләкләне.
«СМИротворец» конкурсы — милли сәйәсәтте нығытыу эшендә әһәмиәтле сара. Ул «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарын этномәҙәни үҫтереү (2014-2020 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарыла. Ойоштороусылар — Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Этник-ара журналистика гильдияһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика