04:41 (UTC+5), 29 Ноября 2016

Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә билдәле яҙыусы Гүзәл Яхина килә. «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы, «Большая книга» һәм «Ясная Поляна» милли премиялары лауреаты баш ҡалала бер көн буласаҡ.
3 декабрҙә «Башинформ» агентлығының конференциялар залында яҙыусы менән матбуғат конференцияһы ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Һуңынан Гүзәл Яхина Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала китап уҡыусылар менән осраша. Шунда уҡ Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкилдәре, республиканың танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәшиҙә Солтанова, Йомабикә Ильясова, Гөлнур Яҡупова, Таңсулпан Ғарипова, Фәрзәнә Аҡбулатова менән осрашыуҙа аралашыу дауам итәсәк.
Гүзәл Яхина режиссер Айрат Абушахманов һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары менән үҙенең романы буйынса спектакль ҡуйыу тураһында һөйләшергә ниәтләй.
Сәфәрҙең программаһы Туфан Миңнуллиндың «Мулла» исемле пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль ҡарау менән тамамлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика