07:04 (UTC+5), 28 Ноября 2016

Мәскәүҙә Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө Russian World Music Awards-2016 премияһының тамашасылар призын алды

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев үҙенең «Ҡурайсы» төркөмө менән «Тылсым Көҙ-2016» фестивалендә сығыш яһаны. Фестивалдә этник музыка өлкәһендәге премияның бүләкләү тантанаһы булды. Сара Мәскәүҙә уҙҙы.
«Ҡурайсы» «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеү яуланы. Төркөмгә диплом һәм премияның символы — эрбет ағасынан яһалған күгәрсен тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә 5 меңдән ашыу тауыш йыйҙы. Тауыш биреү донъяның ете иленән туғыҙ жюри ағзаһы ҡатнашлығында үткәрелде. Улар — билдәле эксперттар Йоханес Тойер (Германия), Джо Бойд (АҠШ), Юлиана Волож (Эстония), Андрей Катаев (Рәсәй) һәм башҡалар.
«Ҡурайсы»ның сығышы алҡыштарға күмелде, — тип һөйләне музыкант һәм продюсер Булат Әминев. — Ғөмүмән, был — Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға, этник музыка өлкәһендәге тәүге премия. Унда бик күп өфөләрҙең ҡатнашыуы беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙ хаҡында һөйләй!».
Гала-концертта фестивалдең махсус ҡунаҡтары Инна Желанная (Мәскәү), Authentic Light Orchestra (Швейцария-Рәсәй), Нерехта ҡалаһының борғосолар хоры (Кострома өлкәһе) сығыш яһаны. «Артистик» галереяһының (Ҡырым) Рәсәйҙәге тәүге мобиль этно стрит-арт күргәҙмәһе менән таныштырыу сараһы ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн махсус бүләк булды.
«Ҡурайсы» төркөмө — донъяла башҡорт музыкаһын башҡарған билдәле коллективтарҙың береһе. Ансамблдең репертуарында халыҡ йырҙары, классик композиторҙарҙың әҫәрҙәре бар. Быйыл төркөм үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Музыканттар Кремль һарайы, «Ла Скала» театры, «Рус йорто» концерт залы һәм башҡа ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһаны, Гарик Сукачев, Пелагея, Владимир Спиваков менән хеҙмәттәшлек итте, донъяның 15 иле буйлап гастролдәргә сыҡты. Мәскәүҙә коллектив «ҠазанСәйБар» ресторанында яҡташтар менән музыкаль осрашыуҙа ла ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика