10:01 (UTC+5), 28 Ноября 2016

Өфө сәнғәт институты Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 16 декабрҙә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем республиканың төп ижади юғары уҡыу йортонда абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн белгеслек һәм йүнәлештәр буйынса консультациялар ойошторола.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Шаляпин залында студенттар ҡунаҡтарға концерт ҡуя. Уҡыу йортоноң икенсе корпусында театр факультеты Ғ.Ғиләжев исемендәге Уҡыу театрына саҡыра, унда ижади эштәр менән танышырға мөмкин.
Һорауҙар менән ҡабул итеү комиссияһына мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Ленин урамы, 14, телефон: 276-19-36. Музыка факультеты: 273-45-91, башҡорт музыкаһы факультеты: 272-40-26, ситтән тороп уҡыу бүлеге: 272-27-60; икенсе корпустың адресы: Цюрупа урамы, 9, театр факультеты: 272-24-31, һынлы сәнғәт факультеты: 276-47-29. Тулыраҡ мәғлүмәт — вуздың сайтында.
Өфө дәүләт сәнғәт институтының дүрт факультетында (музыка, театр, һынлы сәнғәт һәм башҡорт музыкаһы) 20 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләнә. Сәнғәт институтында буласаҡ музыканттар, дирижерҙар, артистар, хор етәкселәре, композиторҙар, йырсылар, актерҙар, режиссерҙар, рәссамдар, дизайнерҙар уҡый. Уны тамамлаусылар республика, Рәсәй, сит ил театрҙарында, музыка учреждениеларында, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттарында, радиола һәм телевидениела эшләй. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә ҡабул итеү ойошторола, ҡайһы бер белгеслектәр өсөн әҙерлек төркөмдәре бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика