08:24 (UTC+5), 25 Ноябрь 2016

Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында тәүге тапҡыр Башҡорт клубы булдырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте фестивале ойошторолдо, унда буласаҡ дипломаттар үҙ халҡының тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Башҡортостанды фестивалдә республикабыҙҙан ошо уҡыу йортонда белем алған 40-тан ашыу студент күрһәтте.
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының Башҡорт клубы өсөн фестиваль дебют булды. Дипломатик кадрҙар әҙерләгән бинала беренсегә ҡурай моңо һәм башҡорт йырҙары яңғыраны.
Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында экспозиция әҙерләнгән. Унда Көньяҡ Уралдың матурлығын сағылдырған стендтар, милли көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған.
«Концертта Башҡортостан тураһында видеояҙма ҡарап, тамашасылар республикабыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Мәскәүҙең «Алтын Ай» ансамбле «Гөлнәзирә» бейеүен, «Хан ҡыҙы» лирик йырын башҡарҙы», — тип хәбәр итте ассоциацияның етәксеһе Азат Бадранов.
«Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтындағы Башҡорт клубының беренсе сараһы үтте. Был әһәмиәтле ваҡиға түгел, тип уйлауы мөмкин ҡайһы бер кешенең, сөнки хәҙер күп кенә уҡыу йорттарында Башҡортостан студенттарының яҡташлығы бар. Әммә ошолай аҙ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, абруйлы сарала сағыу сығыш яһаныҡ һәм тыуған төйәгебеҙ менән таныштырҙыҡ. Киләсәктә республиканың лайыҡлы имиджы тағы ла күберәк йәштәргә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына уҡырға инергә мөмкинлек бирер, тип ышанам», — ти Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының өсөнсө курс студенты һәм Башҡорт клубы рәйесе Шамил Фәрхетдинов.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика