Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2016, 10:39

Өфөлә «Башҡортостан» ДТРК-һы алып барыусыһы Айгөл Кантюкова бронза Орфейға эйә булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының бүләкләү тантанаһында «Башҡортостан» ДТРК-һы хеҙмәткәре Айгөл Кантюкова «Мәғлүмәт тапшырыуын алып барыусы» номинацияһында бронза Орфей алды. Был номинацияла 41 дәғүсәе булды, тип билдәләне популяр алып барыусы Виталий Елисеев, еңеүсегә статуэтканы тапшырып. Финалсылар араһында Ҡазан һәм Мәскәү вәкилдәре бар ине.
Эрнст Неизвестный эшләгән бронза статуэтка өсөн 167 телекомпания вәкиле көс һынашты. Быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн 545 эш килгән.
Тантананы Юлия Меньшова һәм Кирилл Набутов алып барҙы.
Читайте нас: