07:10 (UTC+5), 25 Ноябрь 2016

«Башҡортостан» ДТРК-ның эше «ТЭФИ-Төбәк» конкурсының махсус призына лайыҡ булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының бүләкләү тантанаһында «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрсеһе Зилә Афзалова «Яңы йыл мөғжизәһе» тип аталған эше өсөн махсус приз алды. Тапшырыу «Еңеп сығыу» номинацияһында тәҡдим ителгәйне.
Программаның төп геройы Кемран Парталиев онкология сире менән ауырый, әммә күптәнге хыялы — хоккейсы булыуы теләге үҫмергә ҡурҡыныс сир менән көрәшкәндә көс бирә. Эштең операторҙары — Илшат Ҡаҙаҡҡолов һәм Урал Шәрипов, компьютер графикаһы рәссамы — Вилдан Магомедов. Был номинацияла спорт менән шөғөлләнгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында иң яҡшы 24 тапшырыу күрһәтелгән.
Эрнст Неизвестный эшләгән бронза статуэтка өсөн 167 телекомпания вәкиле көс һынашты. Быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн 545 эш килгән. «Башҡортостан» дәүләт залында үткән бүләкләү тантанаһын Юлия Меньшова һәм Кирилл Набутов алып барҙы.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика