11:18 (UTC+5), 24 Ноября 2016

«Калигула» спектаклендә төп ролде башҡарыу өсөн Өфөгә икенсе ҡаланан актер саҡырылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2 декабрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә «Калигула» трагедияһының премьераһы була. Альбер Камюҙың пьесаһы буйынса спектаклде режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштерә, көйөн композитор Урал Иҙелбаев яҙған. Әҫәр илдә тәүге тапҡыр милли телдә ҡуйыла.
Калигула — Гай Юлий Цезарҙың ҡушаматы. Рим императоры бала сағынан уҡ ошо ҡушаматты йөрөткән. Камюҙың әҫәре — власть һәм яңғыҙлыҡ трагедияһы, азатлыҡ һәм ҡоллоҡ араһында һайлау, хис-тойғолар ҡайнарлығы ул.
«Минең өсөн Калигула Камюҙың пьесаһы персонажы булараҡ бөтөнләй диуана түгел. Ул залимлыҡтың ҡурҡыу нигеҙендә барлыҡҡа килеүен раҫлап, кешенең тәбиғәтенән көлгән кеүек», — ти Азат Йыһаншин.
«Калигула» спектакленең яҙмышы ҡатмарлы, әммә бик ҡыҙыҡлы. Азат Йыһаншин әҫәрҙе тәүге тапҡыр 2014 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйҙы. Ул саҡта тәнҡитселәр уның эшен йылы ҡабул иткәйне. Төп геройҙы бер үк артистың уйнауы режиссер өсөн ифрат мөһим булғанлыҡтан, Йәштәр театры труппаһына Вадим Ҡылысов саҡырылған. Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушана Бабич, Мәғәфүр Усманов, республиканың атҡаҙанған артистары Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Венер Камалов һәм башҡа актерҙар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика