12:16 (UTC+5), 23 Ноябрь 2016

«Ҡурай байрамы» күрше төбәктәрҙе яулай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Ҡурай байрамы» Башҡортостандан ситкә сыға. Тәүгеләрҙән булып фестиваль Ырымбур өлкәһендә уҙғарыла. Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора.
28 ноябрҙә М.Горький исемендәге Ырымбур драма театрында ҙур концерт уҙа. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Марсель Ҡотоев, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһай.
Байрам барышында Ырымбур ҡалаһының Н.Крупская исемендәге китапханаһында тарихтың һәм мәҙәниәттең мөһим мәсьәләләрен, урындарҙа башҡорт этносын артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн тарихсылар, этнографтар, генеалогия өлкәһендәге белгестәр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған. Ошонда уҡ «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары күрһәтелә. Тамашасылар «Бал әсеһе», «Күңел йыры», «Тере шишмә» кинотаҫмаларын һәм «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән» йәнһүрәтен ҡараясаҡ.
Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
6 декабрҙә фестивалде Пермь ҡалаһы, 8 декабрҙә — Магнитогорск, 9 декабрҙә — Силәбе, 10 декабрҙә Мейәс ҡабул итә. Ҡурай байрамы Ҡурған ерендә тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика