09:51 (UTC+5), 23 Ноября 2016

Матбуғат балында республиканың иң яҡшы журналистары билдәләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Матбуғат балында Башҡортостандың иң яҡшы журналистары билдәләнә. Йыл һайын ойошторолған был сара 15 декабрҙә «Версаль» ресторанында була. Унда федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫмалар вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, предприятие һәм компанияларҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.
Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар «Иҡтисад һәм финанс», «Сәйәсәт һәм йәмғиәт», «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», «Социаль яҡлау», «Мәғариф», «Спорт һәм сәләмәт тормош», «Һаулыҡ һәм экология», «Сәнәғәт һәм инвестициялар», «Атайсал» кеүек төп номинацияларҙа дәғүәселәрен тәҡдим итә. Эксперттар советы — «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Иң яҡшы корпоратив баҫма», «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит», республиканың киң мәғлүмәт саралары иһә үҙ хеҙмәткәрҙәре араһынан «Йыл журналисы» исеменә кандидаттар күрһәтә.
«Йыл журналисы» номинацияларында еңеүселәр, шулай уҡ «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит», «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Мәғлүмәттәр йәһәтенән иң асыҡ компания», «Иң яҡшы корпоратив баҫма» номинацияларында кандидаттар vote.imkufa.ru сайтында тауыш биреү юлы менән асыҡлана. Тауыш биреү 1 декабрҙән 8-нә тиклем ойошторола.
Онлайн-тауыш биреү барышында «Йыл журналисы» исеменә өс дәғүәсе билдәләнә. Еңеүсене эксперт советы һайлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика