10:56 (UTC+5), 23 Ноября 2016

Кинофильмдарҙың дәүләт фонды һәм Башҡортостан Кинематографистар союзы оҙайлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кинофильмдарҙың дәүләт фонды һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы Рәсәй кинематографын популярлаштырыу буйынса оҙайлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләй. Уға Өфөлә «Кинофильмдарҙың дәүләт фондының алтын коллекцияһы» кинофорумы барышында ҡул ҡуйыла.
Ошо көндәрҙә «Родина» кинотеатрында Рәсәй киноһы йондоҙҙары ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Сарала Рәсәй кинофильмдары дәүләт фондының махсус проекттар бүлеге етәсеһе Андрей Бычков, танылған актер һәм режиссер, сценарист, продюсер, композитор Борис Галкин, эстрада йырсыһы, актриса, композитор, шағирә Инна Разумихина, режиссер, Кинофильмдарҙың дәүләт фонды киностудияһының художество етәксеһе Илдар Яҡупов һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов ҡатнашты. Ҡунаҡтар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм үҙҙәренең шиғри-музыкаль проекттары хаҡында һөйләне. Уларҙың береһе Өфө тамашасыһына тәҡдим ителде.
«Донбасс. Саур-ҡәберлек. Тамамланмаған һуғыш» фильмы 2016 йылда Кинофильмдарҙың дәүләт фонды киностудияһында төшөрөлгән. Идея авторы — Алексей Елистратов, режиссерҙар — Илдар Яҡупов һәм Алексей Елистратов, продюсер — Михаил Бородачёв.
Осрашыу һуңында Андрей Бычков «Лавры кино» журналы менән таныштырҙы. Баҫма совет, Рәсәй һәм сит ил кинематографияһы шедеврҙары хаҡында бәйән итә.
Форумды ойоштороусылар — Рәсәй кинофильмдарының дәүләт фонды, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика Кинематографистар союзы, «Родина» кинотеатры һәм «Башҡортостан» киностудияһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика