11:17 (UTC+5), 22 Ноября 2016

Өфөлә танылған ғалим, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәнов вафат булды

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Өфөлә күренекле ғалим, билдәле фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәнов 78-се йәшендә вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үтә.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ның Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995), Салауат Юлаев ордены кавалеры. Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе (2002-2006). 1991 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991-2002 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 2006 йылдан — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.
Ә.М. Сөләймәнов «Башҡорт халыҡ ижады»ның 18 томлыҡ баҫмаһын әҙерләп сығарыуҙа ҡатнашты. Шуның өсөн 1987 йылда башҡа төҙөүсе-авторҙар менән бергә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ошо хеҙмәттең рус телендәге баҫмаһын әҙерләгәндә Сөләймәнов өс томлыҡты төҙөүсе булып сығыш яһаны.
Ул — 400 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30 монография, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн 40-тан ашыу уҡыу ҡулланмаһы һәм методик әсбап авторы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика