08:19 (UTC+5), 21 Ноябрь 2016

Өфөлә «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестивале еңеүселәрен билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Иҙел» VI халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестивале тамамланды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы гала-концертта еңеүселәр, жюри ағзалары һәм уҙған йылдарҙағы лауреаттар сығыш яһаны. Ун еңеүсе араһында Рәсәй ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытайҙан һәм Латвиянан профессиональ музыканттар бар.
Фестивалдең матбуғат секретары Диана Байтурина «Башинформ» агентлығына лауреаттарҙың исемдәрен хәбәр итте. Бына улар: «Башҡорт халыҡ йыры» номинацияһында — Айтуған Вәлмөхәмәтов, «Башҡорт эстрада йыры» — Зөлфиә Хафизова, «Татар халыҡ йыры» — Әлфис Ғәлиуллин, «Татар эстрада йыры» — Илмир Сәғәҙиев һәм Руслан Ғәббәсов. «Йәмле» триоһы — иң яҡшы коллектив, Әлфиә Ниғмәтуллина иң яҡшы автор-башҡарыусы тип танылды. Академик номинацияла Айгөл Әхмәтшина еңеү яуланы. Ҡытай ҡыҙы Хао Юй махсус призға лайыҡ булды.
Тәүге тапҡыр конкурста балалар номинацияһы булдырылды. Айгөл Вәлиуллина һәм Данияр Нуруллин лауреат исемен алды.
Жюри рәйесе, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Ренат Ибраһимов башҡарыусыларҙың профессиональ кимәле һәм оҫталығының йылдан-йыл үҫә барыуын билдәләне. Конкурста бөтәһе 36 кеше үҙ көсөн һынаны.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика