13:40 (UTC+5), 21 Ноября 2016

Баш ҡалала телевидение һәм радио тарихы күргәҙмәһенә 100-ҙән ашыу артефакт ҡуйылған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың Милли музейында тәүге тапҡыр «Башҡортостанда радиотапшырыуҙар һәм телевидение тарихы» тигән күргәҙмә асылды. Проект Халыҡ-ара телевидение көнө һәм «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның 15 йыллығы уңайынан әҙерләнгән. Уны асыу тантанаһына телевидение хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, абруйлы ҡунаҡтар, республика киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре йыйылды.
Ике экспозиция залындағы стендтарҙа 1920 йылдарҙан башлап беҙҙең көндәргә тиклем ил тарихы менән тығыҙ бәйле булған этаптар сағылдырылған. Радиотапшырыуҙарҙың эфирға сыға башлауы, яңы ғына төҙөлгән Почтамт бинаһына күсеү, тәүге дикторҙар, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләү, телевидение булдырыу, төҫлө тапшырыуҙарға күсеү. Күргәҙмәне ойоштороу өсөн байтаҡ эш башҡарылған, ҙур фотоархив һәм текстар тупланған. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның бөтә бүлектәренең стендтары хронологик тәртиптә, 40 күренекле кеше тураһында мәғлүмәт, 100-ҙән ашыу артефакт, инструменталь-техник база: камералар, диктофондар, төрлө ҡоролмалар урын алған. Башҡортостан телерадиокомитеты программалары менән бәйле гәзиттән ҡырҡып алынған мәҡәләләр ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Күргәҙмә менән телевидение ветерандары — Телерадиотапшырыуҙар мәктәбе етәксеһе Шәүрә Ғилманова һәм «Ҡурай» каналы директоры, музей экспозицияһын булдырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Юнир Аҙнабаев таныштырҙы.
«Беҙҙә телевидение 1959 йылда ғына эшләй башлай, һәм үҫеш буйынса баш ҡаланы ҡыуып етеү бурысы ҡуйыла, — тип һөйләне Шәүрә Ғилманова. — 1980 йылғы Олимпиадала иһә Башҡортостандан ҙур ижади төркөм ҡатнаша. Ошо йылдар үҫеш осоро була. Беҙҙә тәүге нәфис фильмдар төшөрөлә башлай, һуңынан уларҙы Үҙәк телевидениенан да күрһәттеләр».
Күргәҙмә менән ике ай дауамында танышырға мөмкин.
«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Ҡурай-ТВ» һәм «Ҡурай HD» музыкаль телеканалдары, «Тамыр» балалар телеканалы, «Юлдаш», «Спутник ФM», «Ашҡаҙар» радиоканалдары ҡарай. Проект Башҡортостан телевидение һәм радиоһының иң яҡшы традицияларын таратыу, лайыҡлы йәш белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика