13:10 (UTC+5), 18 Ноябрь 2016

Өфөлә «BashMult» йәнһүрәттәр фестивале уҙа

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика Хәрби Дан музейында «BashMult» йәнһүрәттәр фестивале ойошторола. Сара Бөтә донъя балалар көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған. 25 ноябрҙә ике майҙансыҡта яңы һәм барыһы ла яратып өлгөргән йәнһүрәттәр, студенттар һәм балалар студияларының эштәре, бер нисә легендар йәнһүрәт күрһәтелә. «Үҙ ҡулдарың менән йәнһүрәт» тип аталған интерактив майҙансыҡта балалар аниматорҙар һәм рәссамдар етәкселегендә төрлө стилдәрҙә анимациялы кино төшөрөргә өйрәнә ала.
Фестиваль программаһында ижади осрашыуҙар, матбуғат конференцияһы, автограф таратыу, оҫталыҡ дәрестәре, «Изге әкиәтсе» ҡурсаҡ театрының эше, аквагрим, пантомима, күңел асыу программалары ҡаралған.
Проекттың маҡсаты — балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең иғтибарын Башҡортостан студияларында төшөрөлгән йәнһүрәттәргә йәлеп итеү, йәш һәләттәрҙе анимация сәнғәте менән таныштырыу, мәҙәни потенциалды һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт легендаларына, риүәйәттәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Белешмәләр өсөн телефон: 260-44-64, 260-44-55. Инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика