05:23 (UTC+5), 18 Ноябрь 2016

Башҡорт театрының «Джут» спектакле «Алтын битлек» фестиваленең «Битлек плюс» программаһына инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Джут» («Һуңғы йәйләү») спектакле «Алтын битлек» фестиваленең «Битлек плюс» программаһына инде. Башҡорт актерҙарының сығышы киләһе йылдың март башына билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Джут» спектакле — Бөтә Рәсәй милли театр премияһының 2015-2016 йылдар миҙгеле исемлегендә. «Битлек Плюс» хәҙерге театрҙың төрлөлөгөн һәм йүнәлешен сағылдыра. «Битлек Плюс» әлеге мәлдә театрҙа барған хәлдәрҙе күрһәтә һәм уның киләсәген билдәләй», — ти ойоштороусылар.
«Битлек Плюс» конкурстан тыш программаһы 2009 йылдан алып уҙғарыла. Афишала эксперттар тәҡдим иткән Рәсәй спектаклдәре, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Балтика, Европа илдәре театрҙары ҡатнаша. «Битлек Плюс» «Алтын битлек» фестиваленең конкурс программаһын тулыландыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика