10:22 (UTC+5), 17 Ноября 2016

Өфөлә З.Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара конкурстың Гран-прийын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы алды

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә З.Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың III халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Бәйгенең Гран-прийына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виолончелдә уйнаусы Рөстәм Хәмиҙуллин лайыҡ булды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, еңеүсене билдәләгәндә жюри ағзалары араһында бер ниндәй ҙә бәхәс тыумаған.
«Бөгөн күренекле композитор һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе ректоры Заһир Исмәғилев барыбыҙҙы ла бергә тупланы. Әлеге конкурс Исмәғилевтың 100 йыллығына арналған саралар теҙмәһендә тәүге ваҡиға булды. Юғары профессионаллек, еңеүгә ынтылыш өсөн ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтке килә. Тап уларҙың башҡарыуы бәйгенең кимәлен билдәләй ҙә инде. Уңыштарығыҙҙы иғтибар менән күҙәтеп барасаҡбыҙ, сөнки һеҙ Башҡортостанда тыуған йондоҙ буласаҡһығыҙ», — тине министр.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы. Фортепиано, ҡыллы уйын ҡоралдары һәм яңғыҙ йырлау номинацияларында еңеүселәр гала-концертта үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә.
Фортепиано номинацияһының кесе төркөмдәрендә — Өфөнән Елена Колесникова, скрипкасылар араһында Мәскәүҙән Мария Черкассова беренсе урын яуланы. Өлкән төркөмдә беренсе премияны пианистка Татьяна Кирпиченок (Мәскәү), скрипкасы Фёдор Малыхин (Мәскәү), виолончелдә уйнаусылар Яҙгөл Йәнбәкова һәм Аяз Нухов (Өфө) алды. Йырсылар араһында беренсе урынға Өфөнән Айгөл Әхмәтшина һәм Гөлнара Вәлиева лайыҡ булды.
Бәйгеселәр махсус приздар менән бүләкләнде. Композиторҙың ҡыҙы, республиканың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарған өсөн дипломдар тапшырҙы. Иң яҡшы концертмейстерҙар ҙа дипломдар менән билдәләнде.
Заһир Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың III халыҡ-ара конкурсы 10 көн дауам итте. Музыкаль бәйгелә Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Корея һәм Әрмәнстандан 80-дән ашыу музыкант ҡатнашты. «Рәсәй мәҙәниәте» федераль программаһы сиктәрендә һәм республика Башлығы грантына уҙғарылған конкурсты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты ойошторҙо.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика